Пятница, 20.10.2017, 17:06
Приветствую Вас Гость | RSS
Вход на сайт
Календарь
«  Октябрь 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Сайт учителя башкирского языка и литературы
Гумеровой Айсылу Ахатовны

Эссе

Мин уҡытыусы.

Телем, моңом – әсәм биргән иман,

Яраттырҙы улар халҡымды.

Мин аманат итеп ҡалдырырмын

Ошо иман, ошо ялҡынды.

Х.Назар

     Уҡытыусы!.. Ниндәй тәрән мәғәнә, йылылыҡ,сабырлыҡ, ихласлыҡ һәм башҡа һанап бөткөһөҙ сифаттар бөркөлә унан.

    Уҡытыусы- балалар  күңеленә белем орлоҡтары сәсеүсе, тормош тигән оло диңгеҙҙә,һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, дөрөҫ юл табырға өйрәтеүсе ул!

   Уҡытыусы һәр балаға яҡтылыҡ өләшеүсе түгелме ни?! Уҡытыусы- белем нурҙарын баларға өләшеүсе изге йән эйәһе. Уҡытыусы- яҡтылыҡ йырсыһы.

    Уҡытыусы-бөтә һөнәр кешеләренә лә иң элек хәреф танырға өйрәтеүсе. Унан да бөйөгөрәк, хөрмәтлерәк һөнәр юҡтыр. Ниндәй генә юғары дәрәжә биләгән кеше булмаһын, уҡытыусы аша кеше була, бейеклектәргә үрләй һәм бөйөккә әйләнә. Заман үҫешкән һайын яңынан-яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә. Әммә шулар араһында уҡытыусы  һәр саҡ иң юғары баҫҡысты биләй.        

  Мин дә бала сағымда: уҡытыусы булам тип хыялландым. Күҙ алдымда бары һәр көн ҡабаланып мәктәпкә барыуым, унда бала күҙҙәре ҡаршылауы ине.

  Хыялым тормошҡа ашты: мин-уҡытыусы. Мине көн дә парта артында ҡаршы алыусы балаларым. Улар бит беҙҙең киләсәк. Уҡытыусы кешегә бик мөһим мәсьәлә йөкмәтелгән: улар киләсәкте тәрбиәләй. Уҡытыусы булғас ҡына мин минең яҙмышым илем, телем, халҡым яҙмышы менән бер тамырға барып тоташҡанын аңланым.Тимәк, мин үҙем өсөн генә түгел, ә илем, телем, халҡым яҙмышына, уның киләсәгенә яуаплымын.  Йылдар үткәс кенә уҡытыусы һөнәренең ниндәй көскә эйә булыуын аңланым.  Мин – уҡытыусы, белем нурҙарын балаларға өләшеүсе изге йән эйәһе. Мине ошо яуаплы һөнәрҙе һайлауға ниндәй көс этәрҙе һуң?

     Инйәр һыуында балыҡтай йөҙөп, урмандарында еләк-емеш йыйып, хуш еҫле аллы-гөллө сәскәләренә һоҡланып, уйнап-көлөп үҫтем. Белем юлым да тыуған ауылым мәктәбендә үтте. Тәүге тәпәй баҫҡан һуҡмаҡтарым,  һыуым, һауам, белем һуҡмағына илткән мәктәбем ҡәҙерле һәм яҡын. Уйҙарым мине бала сағыма, тыуған ауылыма, мәктәбемә алып ҡайта .    Мин бәләкәй саҡтан уҡ уҡытыусы булырға хыялландым. Әсә теленә һөйөү уятҡан, күңелемә иман нурын һалған һәм унда изге фәрештә булып урын алған кешеләрем - ҡәҙерле әсәйем һәм атайым. Улар  минең бала күңелемә изгелек, кешелеклелек нурҙары, зирәклек, телһөйәрлек, илһөйәрлек орлоҡтары сәсте. Беҙ ғаиләлә дүрт ҡыҙ. Мин- иң олоһо. Бәләкәй саҡта һеңлеләрем менән уйнағанда уларҙы  уҡытырға яраттым: һөйләмдәр төҙөтә, мәсьәлә систерә, уйната-йырлата торғайным. Бишенсе  класта уҡығанда туған тел дәрестәрен йыр-моңға әүәҫ, төҫкә һылыу урта йәштәге  уҡытыусы Тирәкле ауылы ҡыҙы Хәлиҙә Нурғәле ҡыҙы Сәфәрғәлина  уҡыта башланы. Уның дәрестәрен көтөп ала, иҫем китеп тыңлай, һәр һүҙен, һәр хәрәкәтен отоп алырға тырыша инем. Бына шулай уҡытыусы һөнәренә булған һөйөүем, ҡыҙыҡһыныуым артҡандан- арта барҙы. Хәлиҙә Нурғәле ҡыҙы беҙҙә уҡытыусыларға ихтирам, һөйөү уятты, уҡытыусыларҙың  халыҡ  араһындағы ихтирамлы кешеләр булыуына инандырҙы. Беҙ уҡыған заман балалары, минең уйлауымса, уҡытыусыны бик ихтирам итә, уны ҙурлай ине. Ғаиләләрҙә лә уҡытыусыға ҡарата һәйбәт тәрбиә бирелә ине. Ата- әсәйем һәр ваҡыт : “Уҡытыусы булһаң, халыҡтың ихтирамын, иғтибарын тойоп йәшәрһең”,- тиҙәр ине.Урта мәктәпте тамамлағас,  хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия  институтының филология факультетына юлландым. Яҙмышымдың был осоронда Ғ.Ғ.Ҡаһарманов, Х.Ғ.Йосопов, Д.С.Тикеев, Л.Л.Рәхмәтуллина, Т.Ә.Бикҡужина, Б.Б.Ғафаров кеүек күренекле шәхестәр рухи остаздарым булдылар.Уҡытыусыларымдың Тыуған ил, әсә теле, милләтебеҙ, халҡыбыҙ тураһындағы һабаҡтары изгелек,йылылыҡ нурҙары булып күңелемә һеңде. Был һабаҡтар миңә әле лә көс, дәрт, илһам бирә.

    Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма үкенмәйем, яратҡан эшем ҡанат ҡуя, дәртләнеп эшләйем.  Йылдар үтеп, күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә ышанам. Мин – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Мин – башҡорт теленә өйрәтеүсе, башҡортлоҡтоң орлоҡтарын төрлө милләт уҡыусыларына сәсеүсе уҡытыусы, халҡымдың йөҙө. Мин  иң беренсе халҡыма, илемә, телемә  ҡарата хөрмәт һәм һөйөү тәрбиәләүсе кеше. Минең бурысым –телһеҙ башҡорттарҙы телле, мәҙәниәтле итеү. Ни өсөн телһеҙ башҡорттар? Әлбиттә, был һүҙҙәр рус йәки башҡа милләт уҡыусыларына ғына ҡағылмай, был, иң беренсе, башҡорт булып та үҙ туған телендә һөйләшергә, үҙ мәҙәниәтен өйрәнергә телмәгән балаларға ҡағыла. Беҙҙә бит ҡайһы бер башҡорттар үҙҙәренең ерендә йәшәп, хужа белә белмәй, тыуған ерендә йәшәп, туған телен белмәй. Халыҡ туған телен белһә, мәҙәниәт тә йәшәйәсәк. Мин уҡыусыларымдың туған телдә аңлауҙарын ғына түгел, һөйләшеүҙәрен дә теләйем. Уларға һәр ваҡыт М.Ҡулаевтың :«Белемде ныҡ урынлаштыра торған тел – әсәй теле, әсәләрҙең өндәшеүе. Башҡорттарға белем алыр өсөн үҙ теле кәрәк- әсәй теле»,- тигән һүҙҙәрен ҡабатлағым килә. Тел юғалһа- мәҙәниәт тә юғала. Беҙҙең тамырҙарыбыҙ, беҙҙең шәжәрәбеҙ беҙҙе көслө итә. Халҡының үткәнен, тарихын, сәнғәтен өйрәнгән, хеҙмәт һөйгән, матурлыҡты күрә белгән, үҙ-ара дуҫ һәм татыу мөнәсәбәттә тәрбиәләнгән балаларҙың ғына киләсәге өмөтлө бит. Әгәр бала үҙ халҡына ихтирамлы булһа, үҙенең хеҙмәте менән милләт үҫешенә үҙ өлөшөн индерә алһа, ғөмүмән, уҡыусылар күңелендә  халҡы өсөн янып  йәшәү теләге, ихтыяжы тыуһа, тимәк, минең бурыстарым үтәлгән була.

   Уҡытыусының заман менән бергә атларға тейешлеге тураһында йыш ишетәбеҙ. Тик аҙымдар төрлөсә: башҡорт мәктәптәрендә иркенләп эшләргә мөмкин, ә урыҫ мәктәбендә һәр һүҙеңде уйлап эш итәһең. Һине тәү күргәндә: «Миңә башҡорт теле дәресе кәрәкмәй», -тигән уҡыусылар һуңынан ҡыуанып килһен өсөн, ни тиклем көс, белем, ваҡыт талап ителгәнен үҙе урыҫ мәктәбендә эшләгән уҡытыусы ғына күҙ алдына килтерә.

    Уҡыусыларҙың, предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлығын арттырыу өсөн төрлө традицион булмаған дәрестәр үткәрергә тырышам. Яңы инновацион технологияларҙы үҙләштерәм, дәрестәрҙә актив ҡулланам. Көн артынан көн үтеп, минең тырышлығымдың беренсе һөҙөмтәләре бар: уҡыусылар дәрестәрҙә башҡортса һөйләмде тыңларға, аңларға өйрәнделәр, предмет буйынса төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, конференцияларҙа ҡатнашып,һәйбәт һөҙөмтәләргә ирештеләр.

    Бөгөн  уҡытыусыға  уңышлы белем бирергә, уҡыусыларға донъяны танып белергә күп мөмкинселектәр бар.  Ләкин беҙҙең уҡыусыларыбыҙ ғына йылдан – йыл белем алыуға битараф ҡарай башланы. Әллә уҡыусыларыбыҙ бөтә әйберҙе белеп тыуамы, әллә белергә теләмәйме? Был һорау бөгөн бөтә уҡытыусыларҙы ла борсойҙор, моғайын. Ә миңә ҡалһа, тағы ла телебеҙгә ҡарата тейешле иғтибар етмәү борсой.

    Замана ҡыйынлыҡтарына ҡарамаҫтан, киләсәккә өмөт бағлап йәшәйем һәм эшләйем, уҡытыуҙың юғары һөҙөмтәләренә ирешеү, кешелекле балалар тәрбиәләү өсөн  эҙләнәм. Бына 16-сы йыл инде ошо маҡсатҡа ярашлы эш алып барырға тырышам. Традицияларҙан яңылыҡҡа  ынтылыу – педагогик маҡсатымдың нигеҙе.

   Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә белем биреү менән бер рәттән милли үҙаң, фекерләү ҡеүәһе һәм ижади һәләттәрҙе үҫтереүҙе, рухи - әхлаҡи, патриотик тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуям. Һәр баланың шәхси һәләттәрен үҫтереп ҙур тормошҡа әҙерләү бурыстарын да күҙ уңынан ысҡындырмайым. Һәр бала - талантлы шәхес, тик уны ваҡытында күреп үҫтерергә, киңәйтергә кәрәк.

  Даръялай киң бала күңеленең нескәлектәрен аңламай тороп, ниндәйҙер белем йә тәрбиә биреү- башыңды ташҡа бәреү менән бер. Ул бер ниндәй һөҙөмтә бирмәйәсәк. Баланы ысын күңелдән яратһаң ғына тығыҙ бәйләнеш булдырып була.Уҡыусыларҙың һөйөүен тойоу мине тағы ла ҡанатландырып ебәрә.Тимәк минең эшемдең һөҙөмтәһе бар.

   Уҡытыусы булып эшләй башлауыма ун алты йыл  үтеп тә киткән. Уҡыусыларымдың  белем кимәле, район һәм республика олимпиадаларында һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыуы, үҙемдең уңыштарым- ижади хеҙмәтемдең төп һөҙөмтәһе. Хеҙмәтемдең һөҙөмтәһе бар, тимәк, балалар күңеленә үтеп инә алғанмын.  Уҡыусыларҙың һөйөүен тойоу уҡытыусыны ҡанатландыра. Мин тәрбиәләгән уҡыусылар киләсәктә илебеҙгә, халҡыбыҙға изге эштәр ҡылыр, тормошта лайыҡлы урын табырҙар, тип ышанам. Изге күңелле ышаныслы шәхестәр тәрбиәләп тормошобоҙҙо тағы ла йәмләндереү теләге менән атҡан таңдарға ҡыуанып, һәр үткән көнгә шөкөр  итеп  йәшәйем һәм эшләйем. Бәхетлемен: яратҡан эшем, ышаныслы хеҙмәттәштәрем,  ныҡлы терәгем һәм таянысым – ике улым, әсәйем, атайым дуҫтарым, туғандарым бар.  Һәр  көн, ҡояштай балҡып, яратҡан эшемә- уҡыусыларым янына ашығам. Йылмаям - эшемде, балаларҙы яратам! Үҙемде башҡа һөнәр кешеһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым.Уҡытыусы- минең булмышым!